Яу шарттарында ла барыһын да булдыралар

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға гуманитар ылау алып барып ҡайтты. Етәксе яугирҙарыбыҙҙың яңы технологиялар үҙләштереүенә, ер аҫты инфраструктураһын булдырыуына һоҡланыуын белдерә.

Яу шарттарында ла барыһын да булдыраларЯу шарттарында ла барыһын да булдыралар
Яу шарттарында ла барыһын да булдыралар

"МХО биләмәһендә ер аҫтында пилотһыҙ осҡостар эшләү буйынса ысын цехтар бар. Яңы модификациялар даими барлыҡҡа килеп тора. Автоматтар өсөн магазин эшләү ҙә яйға һалынған", тип яҙған Мәүлиев социаль селтәрҙә.

Бынан тыш, егеттәр спорт залдары ла, кер йыуыу урындары ла, мунсалар ҙа әҙерләп алған. Афарин, ил һаҡлаусылар! 

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Фото: Ратмир Мавлиев

Яу шарттарында ла барыһын да булдыралар
Яу шарттарында ла барыһын да булдыралар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас