Мемориал асылды

Ишембай районының Петровское ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл барлыҡҡа килгән. Был турала район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов хәбәр итә.

Мемориал асылдыМемориал асылды
Мемориал асылды
"Был мемориал Тыуған ерҙе һаҡлаусы башҡорт яугирҙарының ҡыйыулығы өлгөһө буласаҡ. Бөгөн егеттәр хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Киләсәк быуындар өсөн уларҙың исемен мәңгеләштереү ҙә - беҙҙең бурысыбыҙ. Был монумент таш ҡына түгел, ә беҙҙең рәхмәтебеҙ", тип яҙған социаль селтәрҙә муниципалитет башлығы.
Фото: telegram-канал главы администрации Ишимбайского района Азата Ишемгулова

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас