Яугир-ветерандар иғтибарһыҙ ҡалмай

Махсус хәрби операциянан демобилизацияланып ҡайтыусыларға ярҙам күрһәтелә, һаулыҡ торошона ҡарап, уңайлылыҡтар тыуҙырыла.

Яугир-ветерандар иғтибарһыҙ ҡалмайЯугир-ветерандар иғтибарһыҙ ҡалмай
Яугир-ветерандар иғтибарһыҙ ҡалмай

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы координаторҙары инвалидлыҡ алған ветерандарҙың йорттарын адаптациялау менән әүҙем шөғөлләнә.

Балтас районынан МХО-нан ҡайтҡан Илмер Фәрраховтың да өйөн уңайлы иткәндәр.

Иҫке Балтаста йәшәүсе ветеранға социаль координаторҙар Гүзәл Бухина менән Гөлшат Нурҡаева тейешле ергә ғариза бирергә, кәрәкле документ йыйырға ярҙам иткән.

Хәҙер ветерандың торлағы “Умный дом” системаһына тоташтырылған, датчиктар ҡуйылған, махсус кресло, робот-саң һурҙырғыс һ.б. заманса ҡорамалдар ҙа бар.

#ЗащитникиОтечества

Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан.


Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас