

Әйткәндәй, беҙҙең ижадсылар МХО биләмәһенә йыш бара. Филармония коллективы вәкилдәре лә ДНР-ҙа, ЛНР-ҙа, госпиталдәрҙә сығыш яһағаны булған.
Сираттағы «йондоҙло десант», Башҡортостандың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина, Мәхмүт Нәҙершин, атҡаҙанған артистар Зөлфиә Авзалова, Айрат Ҡарасов, Руслан Рахманғолов, тауыш операторы Геннадий Липатов, водителдәр Александр Бирюков менән Эдуард Кәлимуллин Луганск халыҡ республикаһында булды. Улар ике машинала гуманитар ярҙам тейәп алыр барҙы, шулай уҡ Белгород өлкәһендәге Салауат Юлаев батальондары (1-се, 2-се) яугирҙары, Белгородтағы госпиталдә сығыш яһаны. Осрашыу БР Башлығының ғәскәрҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин булышлығында үтте, тип хәбәр итәләр.
Артистар тәүҙә “Звездный” мәҙәниәт йортонда концерт ҡуйған, икенсе көнөнә – госпиталдә. Яралылар ятҡан ерҙә медиктар араһында Лиана исемде яҡташыбыҙҙы ла, уның эвакуация бригадаһында эшләүсе ирен дә осратҡандар.
Оҙон юл үтелһә лә, яугирҙар менән осрашыу йылы биргән. Улар менән тыныс шарттарҙа үҙебеҙҙә күрешеү насип булһын, ти артистарыбыҙ.