

Был турала "Берҙәм Рәсәй" партияһының республика бүлексәһенән хәбәр итәләр.
Һәйкәл асыу ваҡиғаһы бер минут тынлыҡ менән башланды. Артабан яңы һәйкәлгә, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары мемориалына сәскәләр һалынды. МХО яугирҙарына арналған һәйкәлде төҙөү инициаторы –Олег Семенов. Уның геройҙар иҫтәлеген мәңгеләштереү идеяһын “Берҙәм Рәсәй” партияһының беренсел бүлексә секретары, ауыл биләмәһе башлығы Сергей Никифоров, мәктәп директоры Светлана Петрова һәм ауылдаштары хуплай. Һәйкәлде ҡуйыуҙа Константин Семенов һәм Николай Никифоров әүҙем ярҙам күрһәтә, Ә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Рәшиҙә Заһитова ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итә.
"Был көн Ватан өсөн ғүмерен биргән кешеләргә берҙәмлек, ихтирам һәм мәңгелек рәхмәт символына әүерелде», – тип билдәләне Олег Семенов һәйкәлде асыу тантанаһында.
Бер кем дә онотолмай... Ватан өсөн ғүмерен фиҙа ҡылғандарҙың исеме лә һәр ваҡыт хәтерҙә ҡала.
Фото: bashkortostan.er.ru