Ысын күңелдән ярҙам

Стәрлебаш районының Буҙат ауыл мәҙәниәт йортонда бик файҙалы оҫталыҡ дәресе үткән.

Ысын күңелдән ярҙамЫсын күңелдән ярҙам
Ысын күңелдән ярҙам

Был турала район хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итәләр.
"Быйылғы Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына ярашлы, Буҙат ауыл мәҙәниәт йортонда госпиталдәр өсөн ортопедик мендәрҙәр тегеү буйынса "Ысын күңелдән ярҙам" тип аталған оҫталыҡ дәресе үтте. Был сарала ҡатнашыусылар тегеү нигеҙҙәренә генә өйрәнмәне, ә МХО яугирҙарына үҙ ҡулдары менән кәрәкле әйберҙәр ҙә эшләне", тип яҙалар төркөмдә.
Афариндар! Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!
Ә яугирҙарыбыҙ еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Фото: Стерлибашевский район Республики Башкортостан.

Ысын күңелдән ярҙам
Ысын күңелдән ярҙам
Ысын күңелдән ярҙам
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас