Балалар ҙа ярҙам итә

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға бар халҡыбыҙ терәк булырға тырыша - гуманитар ярҙам йыйып ебәрә, республика етәкселеге ярҙам саралары булдыра. Әлбиттә, өлкәндәрҙән күреп, балалар ҙа яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа.

Балалар ҙа ярҙам итәБалалар ҙа ярҙам итә
Балалар ҙа ярҙам итә

Шишмә районы үҙәгенең 2-се мәктәбе уҡыусылары һалдаттар өсөн сушибот яһаған. Был бәләкәй генә моҡсайҙар аяҡ кейемен киптереү өсөн ҡулай.

7-се класс уҡыусылары уҡытыусылары Наилә Солтанова менән сушиботтар әҙерләгән, тип хәбәр итә социаль селтәрҙә Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров.

Идеяны МХО-ла ҡатнашыусының ҡатыны Назгөл Михайлова тәҡдим иткән.

- Ата-әсәләр туҡымалар бирҙе, шуларҙы дүрткел итеп ҡырҡып, үксә ҙурлығында тектек һәм балалар уларға бысҡы онтағы тултырҙы. Был сушиботтар аяҡ кейеме эсендә тиҙ генә дымды һура, - ти Наилә Солтанова.

Балалар шулай уҡ хат яҙған. Тиҙҙән гуманитар ярҙам ылауы менән яугирҙарға барып етәсәк.

Һәр яҡташыбыҙ еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Һәләк булған батырҙарҙы онотмаясаҡбыҙ!

Фото: видеонан скриншот.

Балалар ҙа ярҙам итә
Балалар ҙа ярҙам итә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас