Яугир-ветерандарға эш урындары резервы булдырыла

Дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн эш урындары резервы барлыҡҡа килә. Бынан тыш, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә урынлаштырыу махсус системала контролләнәсәк.

Яугир-ветерандарға эш урындары резервы булдырылаЯугир-ветерандарға эш урындары резервы булдырыла
Яугир-ветерандарға эш урындары резервы булдырыла

Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмә ваҡытында һүҙ ошо турала барҙы.

Был сара Президент ҡушыуы буйынса министрҙар кабинеты бойороғо менән раҫланған МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу һәм уларға һөнәри йүнәлеш биреүҙе ойоштороу буйынса саралар планында ҡаралған.

Планға ярашлы, фронттан ҡайтҡан яугирҙарға эшкә урынлашыу өсөн кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә йәки тергеҙергә, уларҙы яңы һөнәрҙәргә өйрәтергә һәм квалификацияһын күтәрергә ярҙам итәсәктәр.

МХО ветерандары өсөн бизнес алып барыу өсөн шарттар булдырыласаҡ, шул иҫәптән үҙмәшғүллек өсөн.Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыусы эш биреүселәр ҙә дәртләндереләсәк.Һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү «Кадрҙар» яңы милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеүҙең әүҙем саралары» федераль проекты буйынса ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Был эштәр менән федераль һәм төбәк власть органдары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды һәм башҡа ойошмалар шөғөлләнәсәк.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы Өфөлә Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас