Мәсетленән дә гуманитар ярҙам барып еткән

Башҡортостандан МХО биләмәһенә Мәсетле районы халҡы йыйып ебәргән гуманитар ылауҙы алып барып тапшырғандар. Район хакимиәте башлығы Анис Асадуллин һәм уның урынбаҫары Азамат Ҡәләмов яҡташтары менән осрашҡан.

Мәсетленән дә гуманитар ярҙам барып еткәнМәсетленән дә гуманитар ярҙам барып еткән
Мәсетленән дә гуманитар ярҙам барып еткән

Ылау 151-се гуманитар ярҙам колонна менән барған.

Мәсетле районынан яҡташтарына төҙөлөш материалдары, запчастар, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, дрон детекторҙары тапшырылған. Шулай уҡ йөктә дүрт автомобиль һәм мунса өсөн бура ла булған.

"Яугирҙар менән көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләштек. Улар беҙҙең ярҙамды тоя. Бөтә халыҡ ярҙам итә. Егеттәрҙең кәйефе хәрбиҙәрсә. Беҙ еңәсәкбеҙ!" - тип яҙған район башлығы.

Фото: telegram-канал главы администрации Мечетлинского района Аниса Асадуллина.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас