

Күргәҙмәлә барлығы 30 эш күрһәтелгән, улар араһында Рәсәй Федерацияһы Геройҙарының һәм батырлыҡ ордендары менән бүләкләнгәндәрҙең портреттары бар. Эштәрҙең һигеҙе хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан Республикаһы хәрбиҙәренә арналған. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев күргәҙмәнең мөһим рухи-патриотик ваҡиға булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Константин Толкачев рәссамдар Вера Фролова, Марат Мөхәмәтйәнов һәм Ольга Винокуроваға рәхмәт белдерҙе һәм уларға Дәүләт Йыйылышы наградаларын тапшырҙы. Сарала республикабыҙҙа тыуған Рәсәй Геройҙарының әсәләре лә сығыш яһаны. Улар ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн ошондай проекттарҙың мөһим булыуы айырым билдәләп үтте.
Әйткәндәй
Константин Толкачев исеменә 52558-се ғәскәр часы командиры, полковник А. Волковтан Рәхмәт хаты килгән. Документта Дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара буйынса комитет рәйесе Владимир Нагорныйға һәм Комитет ағзаларына махсус хәрби операция үткәреү өсөн радиоэлектрон көрәш аппаратураһын (РЭБ) һатып алыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерелә.
Рәхмәт хатын А. Шәйехов алып килеп тапшырған. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы депутаты, Комитет ағзаһы Фларис Шәйхетдиновтың аҡсаһына хәрби хәрәкәттәр алып барыу өсөн кәрәкле материалдар һатып алынған.
Фото һәм сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.