“Беҙҙең бурыс — һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмау”

"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Әбйәлил районында эш сәфәре менән булды.

“Беҙҙең бурыс — һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмау”“Беҙҙең бурыс — һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмау”
“Беҙҙең бурыс — һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмау”

Ташбулат һәм Буранғол ауылдарындағы осрашыуҙарға Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы белгестәр командаһы менән килде. “Ватанды һаҡлаусылар” филиалы “юридик десант” ойошторҙо: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн  ҡабул итеү көнө үткәрелде. Район халҡы борсоған һорауҙарын бирҙе, компетентлы тәҡдимдәр һәм профессиональ ярҙам алды. Ике ауылда бөтәһе 64 кеше белгестәргә мөрәжәғәт итте. Юристар, психологтар һәм социаль координаторҙар барлығы йөҙҙән ашыу һорауға яуап ҡайтарҙы һәм артабан эшләү өсөн яҙып алды. МХО яугирҙарына социаль ярҙам сараларын алыуға документтар теүәлләү, ер участкаһы һәм төҙөлөшкә ағас юллау, ташламалы ипотека алыу, күсемһеҙ милекте рәсмиләштереү, хәрби контракт буйынса төбәк түләүҙәре, торлаҡ ремонтлау, газ үткәреү, ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия юллау кеүек һорауҙар менән килделәр. Махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалған яҡындарын эҙләп таба алмағандар сараһыҙлыҡтан ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Ҡабул итеүҙән һуң Гөлнур Ҡолһарина махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары һәм Ташбулат, Буранғол ауылдары активистары менән "Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе"ндә осрашты. Был проект БР Башлығы гранты буйынса «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» республика йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ғәмәлгә ашырыла, ул МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарҙың әсәләренә, тол ҡатындарына психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Сәй табынында, йылы һәм ихлас мөхиттә ҡунаҡтар бер-береһе менән аралашты. Квалификациялы психологтар тренингтар уҙғарҙы.

—Ваҡыт табып, осрашыуға килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һөйләшеүҙә махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан әсәләр, ирҙәрен юғалтҡан ҡатындар ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Һәм нисек кенә ауыр булмаһын, тормош дауам итә. Белегеҙ, һеҙ яңғыҙ түгел. Беҙ һәр ваҡыт барығыҙҙы ла тыңларға һәм ярҙам итергә әҙербеҙ. Демобилизацияланған яугирҙарҙы, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен генә түгел, ә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларын үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алдыҡ, – тип белдерҙе Гөлнур Ҡолһарина.  — Беҙҙең бурыс – һеҙҙе ауыр саҡта яңғыҙ ҡалдырмау, иғтибар күрһәтеү. Геройҙар, илһөйәрҙәр һәм ысын ир-егеттәр тәрбиәләгән ғаиләләр хаҡында онотмау, проблемаларын хәл итеүҙә булышыу зарур.

Әбйәлилдәге осрашыуҙа Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы "Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе" һәм "Ватанды һаҡлаусының атаһы" миҙалдарын тапшырҙы. Г. Ҡолһарина ҡулынан шулай уҡ ауыл тормошо уртаһында ҡайнаған әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күп балалы ғаиләләр һәм ирекмәндәр рәхмәт хаттары алды. Был көндә бер кем дә бүләктәрһеҙ ҡалманы.

— «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы даими рәүештә юғары квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итеп, күсмә саралар үткәрә. Сөнки һәр кемдең баш ҡалаға консультация артынан йөрөү мөмкинлеге юҡ. Бындай саралар һөҙөмтәле, кәрәкле тип иҫәпләйем. Һәр ерҙә халыҡтан тик ыңғай баһа, рәхмәт һүҙҙәрен ишетәбеҙ, — тип билдәләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Г. Ҡолһаринаның эш сәфәре район үҙәге Асҡарҙа тамамланды. Бында Әбйәлил районында эшләүсе социаль координаторҙар өсөн тантаналы шарттарҙа яңы кабинет асылды.  Ауыл хужалығы идаралығы бинаһының беренсе ҡатында урынлашҡан яҡты һәм уңайлы бүлмәлә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһын да социаль координаторҙар Дилә Ғәлиуллина, Гөлназ Вәлиева һәм Илнур Ҡарабулатов ҡабул итергә һәм тыңларға әҙер. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугирҙары менән дә осрашып һөйләште.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

“Беҙҙең бурыс — һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмау”
“Беҙҙең бурыс — һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмау”
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас