«Торба буйлап – 15 саҡрым»

***

Махсус хәрби операция барышын киң мәғлүмәт саралары яңылыҡтары аша күҙәтеп барған һәр кем “Ағым” (“Поток”), икенсе төрлө “Торба” тип аталып йөрөтөлгән операция хаҡында хәбәрҙарҙыр. Ул яугирҙарыбыҙға Курск өлкәһенең Украина ҡораллы көстәре ҡарамағында булған бер нисә ауылын дошмандан азат итергә ярҙам итте. Иң мөһиме – ҡаршы яҡ 2024 йылдың авгусында оккупацияға алған ҙур тораҡ пункт – Суджа ҡалаһы, хәрбиҙәрҙән таҙартылды. Быйыл мартта уҙған операция, һис шикһеҙ, тарих дәреслектәренә инәсәк.

“Ағым”да ҡатнашҡан һәр һалдат беҙҙең өсөн – герой. Иҫән­дәре лә, һәләк булғандары ла... Рәсәй яугирҙарының нин­дәй сыҙамлы, көслө ихтыярлы, батыр икәнлеген тағы берҙе дәлилләне был операция. Шу­ларҙың береһе – “Муха” позыв­нойлы яҡташыбыҙ. Ул әле ялға ҡайтҡан, хәрби госпиталдә дауалана. “Ағым” нисек план­лаштырылған, үткән, һалдат­тарыбыҙ ниндәй ҡыйын­лыҡ­тар менән осрашҡан? “Му­ха”ның үҙен тыңлайыҡ.
– Беренсе тапҡыр ҡыҫҡа ва­ҡытлы ялға ҡайтҡанһың. Мах­сус хәрби операция би­ләмәһенә ҡасан юлландың? Ғө­мүмән, үҙең менән та­ныш­тырып үт әле?
– Өфөлә тыуып үҫтем. 140-сы башҡорт гимназияһында бе­лем алдым. Каникулым әсә­йемдең тыуған яғы –  Ҡыр­мыҫҡалы районында үтә ине. Гимназияны тамамлағас, Өфө яғыулыҡ-энергетика кол­лед­жын­да уҡыным һәм һөнәрем буйынса эшләнем. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп юғары белем алдым. 2009 йылда повестка килгәс, ил ал­дындағы бу­рысымды үтәп ҡайт­тым да,  икенсе ергә инженер булып эшкә урын­лаштым. 
Махсус хәрби операция баш­ланғас, оҙаҡ ҡына уйландым, шулай ҙа илһөйәрлек тойғоһо еңде. 2024 йылдың октябрендә Рәсәй Федерацияһының Обо­ро­на министрлығы менән контракт төҙөнөм. 11-се гвар­дия десант-штурм бри­га­да­һына (“Черные волки” тип йөрөтәләр) эләктем. Позыв­нойымды “Шмель” тип алырға уйлағайным, баҡһаң, ундай яугир бында бар икән. “Оса” ла хеҙмәт итә булып сыҡты. “Му­ха” бул да ҡуй, тиҙәр. Ысынлап та, фамилияма ла оҡшаш, тип, риза булдым. Килеү менән Курск өлкәһенә ебәрҙеләр һәм хәрби заданиеларға йөрөй баш­ланыҡ, төрлө ауылды штур­мланыҡ. Мәҫәлән, ғи­нуарҙа Махновка ауылын азат итеүҙә ҡатнаштым. Беҙҙә төрлө милләт кешеләре бар: рустар, бүрәттәр, яҡуттар, сиғандар, әзербайжандар, үз­бәктәр, та­жиктар, әрмәндәр...
Әйткәндәй, яу яланына юл­ланыуымды әсәйемә әйт­мә­нем. Ул минең ҡайҙа йө­рөүемде бына әле генә белеп тора. Уны ҡайғыртҡым кил­мәне. Командировкаламын, тинем. 
– Ысынлап та, Суджа ҡалаһын алыу тураһындағы репортаждарҙы ҡарағанда, әсәйең яугирҙар араһында йөрөүең хаҡында уйлап та бирмәгәндер. Был операция нисек ойошторолдо? 
– “Ветерандар” батальоны үҙ тәжрибәһе буйынса тәҡдим иткән идея ине ул. Ундағы егеттәр былтыр февралдә Авдеевка ҡалаһын алғанда, һыу торбаһы эсенән 4 саҡрым үтеп, маҡсаттарына өлгәшкән. Был юлы ла газ йөрөмәгән торбаны улар әҙерләне: вен­тиляция эшләне, инеү-сығыу урындарын хәстәрләне, кис­лород ебәрҙе, бәҙрәф урын­дарын билдәләне... 3 мартта беҙ, төркөм-төркөм булып, торбаға төшә башланыҡ. Беҙ тигәнем – 11-се бригада, “Ве­терандар”, “Әхмәт” махсус тә­ғәйенләнештәге отряды, “Вос­ток” батальоны, 30-сы мо­тоуҡсылар полкы егеттәре. Барлығы – 800-ҙән ашыу кеше. Торбаның диаметры – 1,45 метр. Эйелгән  килеш 15 саҡрым барырға кәрәк ине.
Ауыр булды. Тын етмәне. Хатта шырпының тоҡан­ма­уынан ғына ла һауа юҡлығын аңларға була ине. Паникаға бирелеүселәр ҙә булды, уларҙы тынысландырырға кәрәк. Ә артҡа юл юҡ! Үпкәләре на­сарыраҡтар, йәшермәйем, мәң­гелеккә шунда күҙҙәрен йомдо... Ә мин ышандым. Опе­рация уңышлы барып сыға­сағына шикләнмәнем, ауыр уйҙарға бирелмәҫкә тырыш­тым. биш көн барҙыҡ.
– Ашарға-эсергә нимә алғайнығыҙ? 
– Аҙыҡ-түлекте үҙең менән күп тейәп булмай ине. Броне­жилет, ҡорал, аҙыраҡ ашарға – бына һиңә 50 килограмм. Һыу беренсе көндө үк бөттө, гел эске килде, белгән булһаҡ, уны күберәк алыр инек тә. Ҡалған ваҡытта торбаға йыйылған конденсатты тамсылап эсергә тура килде. Бер банка тушенка һәм бер нисә “Сникерс” ба­тончигы алғайным. Шулар миңә етте. 
Атлауы ҡыйын, бер илле метр самаһы бараһың да берәй минут ял итеп алаһың. Һөй­ләшеүе ҡурҡыныс – ишетеп ҡа­лыуҙары бар. Ныҡ арыһаҡ, ятып йоҡлап алабыҙ. Сыҡҡан ваҡытта хәл самалы ине, ма­зутҡа буялып, ҡап-ҡара булып бөткәйнек. 
Украиндар юғалып ҡалды, уйламаған ерҙән килеп сы­ғыуыбыҙ уларҙы ҡурҡытты, шулай ҙа ҡаршы ата башла­нылар. Эйе, беҙҙә юғалтыуҙар ҙа булды. Ләкин план барып сыҡты. Сөнки беҙҙе туҡта­тырлыҡ түгел ине. Ундан ашыу ауыл, бер ҡала азат ителде. Бер нисә ай эшләнә алмаған эште бер нисә көндә теүәлләнек. Беҙ булдырҙыҡ! 
– Ниндәй ул – замана һуғышы?
– Технологиялар ярҙамында алыш бара хәҙер. Иғтибарҙы бер секундҡа ла ситкә йү­нәлтергә ярамай. Аяҡ аҫтында – мина, һауала – дрон. Ми­наларҙы күрмәй ҡалыуың бар. Ҡурҡыныс һуғыш! Беҙҙә егет­тәр ҙә, техника ла етерлек. Ә ҡаршы яҡ яҡшыраҡ ҡорал­ланған. Беҙҙә дрондар етеш­мәй. Кеше ҡорбандары булма­һын өсөн, шуларҙы күберәк һатып алырға кәрәк.
– Әле яраланған өсөн һине ҡайтарғандар. Был нисек килеп сыҡты?
– Шул торбанан сыҡҡас, яра­ланғандарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында һыу эҙләп киттем. Барыһы ла сарсаған. Эҙләй торғас, күл осраны, яраҡлы һауыты ла табылды. Кире юлда ата башланылар. Егермеләп ярсыҡ тәнемде ярып үтте. Шул хәлдә бер тәүлек буйы йөрөнөм әле, икенсе көндө генә меди­цина ярҙамы ала алдым. Әле бына ҡайһы бер тимер киҫәк­тәрен сығарҙылар, күптәре тәнемдә ҡалды.
– Республика халҡы йыйған гуманитар ярҙам һеҙгә килеп торамы?
– Эйе, әлбиттә. Теүәл адресы яҙылғандар ҙа юғалмай ғына килтереп тапшырыла. Шуға ла яҡынығыҙҙың батальонын, по­зывнойын яҙып ебәрһәгеҙ, посылкағыҙҙы аласаҡтар. Бы­лай үҙебеҙ ҡоро паек менән туҡланабыҙ бит инде. Һирәк кенә магазиндарға барыу бә­хете эләгә. Шуға ла тыуған яҡтан килгән тәмлекәстәрҙе шатланып ҡабул итәбеҙ. Окоп шәмдәре, һаҡланыу селтәрҙәре лә һәр саҡ кәрәк. 
– Күптәрҙе ҡыҙыҡһын­дыр­ған һорауҙы бирәйем әле: ҡа­сан тамамланыр икән махсус хәрби операция?
– Ябай ғына итеп әйткәндә, беҙгә ҡушылған яңы тер­риториялар – Луганск, Донецк Халыҡ Республикалары, За­порожье һәм Херсон өлкәләре тулыһынса дошмандарҙан азат ителгәс. 
– Ҙур рәхмәт. Барығыҙ ҙа иҫән-һау йөрөгөҙ!
Тыйнаҡ башҡорт егете орден-миҙалдары хаҡында бер ни ҙә өндәшмәне. Шулай ҙа уның бер нисә наградаһы, ә “Торба” операцияһы өсөн Батырлыҡ ордены барлығын белдек. Геройҙар – беҙҙең арала.

Лилиә МӘҮЛИТОВА әңгәмәләште.

Читайте нас