– Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙар өсөн халыҡтан адреслы ярҙам йыйып оҙатабыҙ: йыйылған аҡсаға ҡиммәтле приборҙар, тепловизор, детектор, дизель йылытыу ҡоролмалары, эш ҡорамалдары алабыҙ, һаҡланыу селтәрҙәре үрәбеҙ, көрәктәр һаплап ебәрәбеҙ. Был эштә Йәнтеш, Ғәлиәхмәт, Ивановка ауылдары «Ир-егеттәр ҡоро» айырыуса ныҡ ярҙам итә: шпагаттан арҡан ишәләр, окоп шәмдәре, балта һабы, дронға ҡаршы 200-ҙән ашыу япма әҙерләгән. Маҡан, Мәмбәт, Ергән, Федоровка ауылдарының уңған ҡатын-ҡыҙҙары, оҫталар йылы кейем, футболка, балаклава, эске кейем тегә, – тип һөйләне улар.
Шулай уҡ ирекмәндәр мунса, тимер мейес, миндек, хатта мунсаға Һаҡмар ташын да әҙерләй.
Юлиә Ғәлиева һәм уның ире Илдар Минһажев бындай ярҙамды ай һайын ебәрә, үҙҙәре Ульяновск ҡалаһына барып ҡайтҡан. Медицина кәрәк-ярағын Донецк, Луганск, Белгород, Курск, Херсон яҡтарына оҙаталар. «Бәйләнеш»тәге төркөмдә һәр саҡ отчет биреп баралар. Шулай уҡ урындағы эшҡыуарҙар ҙа төрлө ярҙам күрһәтә.
Бына шундай эш-мәшәҡәт менән янып йөрөгән «Тыуған тыл – Хәйбулла» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Юлиә Ғәлиева һәм уның ире Илдар Минһажев, йыйылған 200 мең һум аҡсаға кәрәк-яраҡ алыу маҡсатында, артабан юл тоттолар.
«Йәшлек» гәзите редакцияһы иһә был гуманитар ярҙам ылауын, үҙҙәренән дә өҫтәп, яугирҙарыбыҙға оҙатыу хәстәрен күрер.
Һәҙиә Урманова.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.