Ҡариҙел яугирҙарына гуманитар ярҙам барып еткән

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин етәкселегендәге гуманитар ылауҙы беҙҙең яугир егеттәр-ҡыҙҙар ҡабул итеп алған.

Ҡариҙел яугирҙарына гуманитар ярҙам барып еткәнҠариҙел яугирҙарына гуманитар ярҙам барып еткән
Ҡариҙел яугирҙарына гуманитар ярҙам барып еткән
Район башлығы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ҡариҙелдәр йыйып ебәргән ярҙам ылауын апрель аҙағында алып барып еткергәндәр. Афарин!
Айҙар Шәйҙуллин яугирҙарҙың кәйефе хәрбиҙәрсә көр булыуын да белдергән. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ил һаҡсылары һәр саҡ сафта булырға тырыша, бурыстарын намыҫлы һәм яуаплы үтәй.
"Яугирҙар менән һәр осрашыу иҫтә ҡала - уларҙың йылмайыуы, көслө ҡулдары, арыһалар ҙа шаяртыуҙары... Алғы һыҙыҡта улар бик ныҡ тора. Беҙҙе батырҙар, ҡыйыуҙар һаҡлай", - тип яҙған хакимиәт башлығы. Ул "Луна" позывнойлы яугир фельдшер ҡыҙ менән дә осрашыуын яҙған.
Һәр береһен өйҙә көтәләр! Иҫән-һау ҡайтһындар!
Фото: telegram-канал главы администрации Караидельского района Айдара Шайдуллина

 

 

Ҡариҙел яугирҙарына гуманитар ярҙам барып еткән
Ҡариҙел яугирҙарына гуманитар ярҙам барып еткән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас