Барыһы ла Еңеү өсөн
29 Апрель 2025, 06:30

Яугирҙар менән осрашыу илһөйәрлек тойғоһо уята

Бер нисә көн элек Өфөнөң “Аркада” тирында “Иң яҡшы хәрби-патриотик клуб” ҡала конкурсының икенсе этабы үтте. Атыу буйынса ярыш Еңеүҙең 80 йыллығына арналды һәм унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ҙа булды.

Яугирҙар менән осрашыу илһөйәрлек тойғоһо уятаЯугирҙар менән осрашыу илһөйәрлек тойғоһо уята
Яугирҙар менән осрашыу илһөйәрлек тойғоһо уята

Ярышта бөтәһе 26 команда ҡатнашты, улар хәрби-патриотик клубтарға йөрөүсе, кадет кластары һәм корпустарында белем алыусы 12 – 17 йәшлек үҫмерҙәр ине.

Улар алдында МХО-ла ҡатнашыусы яугир Эдуард Ғабдрахманов сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ Жуков һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән наградланған. Батыр Ваатан һаҡсыһы хәрби хеҙмәт юлы, фронт хәлдәре, беҙҙең Башҡортостан егеттәренең ҡаһарманлығы, тырышлығы, еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләне.

Бөтә яугирыбыҙ иҫәнүһау әйләнеп ҡайтһын! Донъялар тынысланһын!

Фото: Город Уфа

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас