

Был үҙәк “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында эшләйәсәк. Республика Хөкүмәте тематик саралар планын төҙөй.
Белеүегеҙсә, беҙҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу төр ярҙам сараһы ғәмәлдә. Былтыр ошо маҡсатҡа ҡаҙнанан 13,5 млрд һум аҡса бүленгән.
Башҡортостан – реабилитация эшен ойоштороу буйынса алдынғы төбәк рәтендә.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, былтыр беҙҙең 15 шифаханала 3,5 мең яугир һаулығын нығытҡан, ғаилә ағзаларын да иҫәпләһәк, биш мең кешегә етә.
Фото: "Башинформ"