Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Апреля 2025, 16:38

Беҙҙең яугирҙар бер-береһенә терәк булып, еңеү өсөн көрәшә

"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының идара итеү ротаһы операторы элемтәсе яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләгән.

Беҙҙең яугирҙар бер-береһенә терәк булып, еңеү өсөн көрәшәБеҙҙең яугирҙар бер-береһенә терәк булып, еңеү өсөн көрәшә
Беҙҙең яугирҙар бер-береһенә терәк булып, еңеү өсөн көрәшә

"Журналист" позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул элемтәсе егеттәрҙең хәрби бурыс үтәгәндә яуаплылыҡтарын телгә алған. "Башинформ" агентлығына һөйләүенсә, элемтәселәр – телефонистар, радистар, телеграфистар барыһы ла бер бурысты үтәй: линия һәр ваҡыт төҙөк булырға тейеш. Яугирҙар бер туҡтауһыҙ коммуникациялар төҙөй. Бөтә операцияның уңышы уларҙың эшенә һәм батырлығына бәйле. Ә бит элемтәселәргә лә дрондар һөжүм итә.
"Журналист" "Сәйет", "Палыч", "Малой", "Радиф", "Граф" позывнойлы егеттәр менән һөйләшкән. Яҡташтарыбыҙҙың алғы һыҙыҡтағы эштәре, һис шикһеҙ, еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индерә.
Һәр береһенә именлек, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Фото: Рафик Ахметшин.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас