Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Апрель 2025, 10:00

Ҡала башлығы яугирға бик кәрәкле әйберҙәр биреп ебәргән

Белеүегеҙсә, беҙҙең егеттәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда урындағы етәкселек менән осраша, хәл-әхүәлдәре тураһында һөйләй. Үҙ сиратында, етәкселек яугир яҡташтарыбыҙға алғы һыҙыҡта кәрәккән материалдарҙы, техника, медикаменттарҙы туплап ебәрергә тырыша.

Ҡала башлығы яугирға бик кәрәкле әйберҙәр биреп ебәргәнҠала башлығы яугирға бик кәрәкле әйберҙәр биреп ебәргән
Ҡала башлығы яугирға бик кәрәкле әйберҙәр биреп ебәргән

Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Астахов хәбәр итеүенсә, ул ялға ҡайтҡан "Панда" позывнойлы яугир менән осрашып, радиостанция, планшет, бинокль тапшырған.

"Яугир миңә алдан әйткәйне, уға кәрәкле нәмәләрҙе тапшырып ҡуйҙым. Егеттәр иҫән-һау булһын! Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереү - беҙҙең бурыс", - тип яҙған социаль селтәрҙә ҡала башлығы.

Эйе, яугирҙарыбыҙҙы бөтәбеҙ ҙә көтәбеҙ!

Фото: telegram-канал гл.адм. Кумертау Олега Астахова.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас