“Мир добра” автономлы коммерция булмаған ойошма – халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәгендә техник реабилитация саралары прокаты эшләй. Ул – бушлай.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы, Яңы Тәтешле ауыл биләмәһе, Шайморатов исемендәге штаб менән берлектә МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙың беренсе төркөм инвалиды булған атаһына ҡуртымға матраслы күп функциялы карауат, кресло-коляска алырға ярҙам иткән.
“Яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ата-әсәләренә иғтибар һәм хәстәрлек – беҙҙең төп бурысыбыҙ”, – тиҙәр “Мир добра” ойошмаһында.
Фото: АНО ЦСОН "Мир добра"