Бөтә яңылыҡтар
10

Күгәрсен районынан гуманитар ярҙам яугирҙарға барып еткән!

Был турала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин хәбәр итә. Етәксе яҡташтары янына үҙе барған.

Күгәрсен районынан гуманитар ярҙам яугирҙарға барып еткән!
Күгәрсен районынан гуманитар ярҙам яугирҙарға барып еткән!

"Сираттағы гуманитар йөктө махсус хәрби операция биләмәһенә һәйбәт кенә алып барып еткерҙек. Егеттәрҙең йөҙөндә рәхмәт кенә түгел, ә беҙҙең дөйөм еңеүгә ныҡлы ышаныс та сағыла. Был беҙгә лә көс бирә. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт. Тылдағы берҙәмлек - яҡташтарыбыҙға ныҡлы терәк. Егеттәрҙең хәрби кәйефе көр, республиканың ярҙамын тоялар. Бик йылы осрашыу булды. Яугирҙарыбыҙҙың ҡыйыулығы һоҡландыра. Улар менән ғорурланабыҙ һәм артабан да ярҙам итәсәкбеҙ. Тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар!" - ти Марат Исҡужин.

Фото: Марат Искужин (вк)

 

Күгәрсен районынан гуманитар ярҙам яугирҙарға барып еткән!
Күгәрсен районынан гуманитар ярҙам яугирҙарға барып еткән!
Күгәрсен районынан гуманитар ярҙам яугирҙарға барып еткән!
Күгәрсен районынан гуманитар ярҙам яугирҙарға барып еткән!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: