Бөтә яңылыҡтар
10

Бушлай йөрөйәсәктәр

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн уҡыу йылы барышында йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү тәртибе раҫланды.

Бушлай йөрөйәсәктәр
Бушлай йөрөйәсәктәр

Бындай хоҡуҡ менән 1 – 11-се класс уҡыусылары, шулай уҡ 23 йәшкә тиклем урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлектәре студенттары файҙалана ала.

Документҡа ярашлы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына 1 сентябрҙән 30 июнгә тиклем электрон юл йөрөү билеттары бирелә (улар уҡыусы картаһы, «Алға» берҙәм транспорт картаһы йәки «Мир» банк картаһы рәүешендә булырға мөмкин). Уны ҡала йәки ҡала яны маршруттарында ҡулланырға була.

был ярҙамды алыу өсөн уҡыу учреждениелары муниципалитетҡа тейешле документ ебәрергә бурыслы. Унда баланың документтары күсермәләре, хәрби комиссариаттан белешмә, ғариза ла беркетелә. Электрон билет-карта айына 60 тапҡыр йөрөү хоҡуғы бирә.

Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.

Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.

Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.

Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: