Ошонда уҡ республика етәксеһе легендар комдивтың исемен йөрөткән ирекле батальон ветерандары советы активы менән осрашып һөйләште.
Музей 2023 йылдың көҙөндә туплана башлаған. Ойоштороусылар бинаны ла үҙҙәре тапҡан, ремонт та яһатҡан. Бик иҫтәлекле һәм әһәмиәтле фонд булдырылған.
Бында МХО ветерандары килә, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләрен дә саҡыралар, сәй эсеп, йылы аралашалар. Гуманитар ярҙам да йыялар.
Экспозиция тулыланып тора. Әле китапҡа материалдар туплана. Әйткәндәй, музей Ленин урамындағы 43-сө йортта урынлашҡан.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, был урын ветерандар өсөн мөһим. Улар яуҙан ҡатйҡас та, бер-береһе менән осрашып тора.
- Беҙҙең бурысыбыҙ - уларға уңайлыраҡ шарттар булдырыу, - тине БР Башлығы журналистарға.
Фото: О. Яровиков.