Өфөнән Изанна менән Дмитрий, “Мама” менән ”Большой”ҙың тарихы был. Улар тураһында Башҡортостандың “Халыҡ фронты”нда һөйләнеләр.
Дмитрий 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация буйынса МХО зонаһына саҡырыла. Уның артынан ҡатыны ла китә. Ирен Ҡазанға хәрби әҙерлек үтергә ебәргәс тә, уның өсөн бик борсола һәм күп тә үтмәй, йорт хайуандарын әсәһенә ҡалдырып, фатирҙарын бикләп, Дмитрий эргәһенә барып та етә. Шулай ирле-ҡатынлы фронтҡа эләгә.
Бер көн “Большой” отряд менән хәрби заданиеға юллана. Тик тәғәйен ваҡытҡа ҡайтып етә алмайҙар. Хатта аҙналар үтә... Һалдаттарҙы “хәбәрһеҙ юғалған”дар исемлегенә индерәләр. Әммә барыбер отряд, бик әҙәйеп булһа ла, ҡайта. Дмитрий әйтеүенсә, уға ҡатынының доғалары ярҙам иткән.
Донъялар тынысланһын! Яугирҙар тиҙерәк еңеп иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!
Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.
Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.
Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).
Фото: ОНФ в РБ