Берҙәмлектә - көс!

Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур ярҙам ойоштора: даими гуманитар ярҙам йыйыла, маскировка селтәрҙәре үрелә, окоп шәмдәре яһала, иҫән ҡалыу беләҙектәре, һаҡлағыстар, ҡоро душ эшләнә....

Берҙәмлектә - көс!Берҙәмлектә - көс!
Берҙәмлектә - көс!

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, Федоровка ауылында бер аҙна эсендә 170 дронға ҡаршы юрғандар тегелеп, күстәнәстәр менән бергә райондан юлланған гуманитар ылау составында фронтҡа оҙатылған. "Айыҡ ауыл" конкурсының район этабында еңгән йөҙ мең һум аҡсаға махсус тауар һатып алып, күмәкләшеп ошо эшкә тотонған булған улар. 

Йәнтеш мәҙәниәт йорто етәксеһе Лена Ултраҡова, махсус хәрби операция башланғандан алып, бөтә ауылыбыҙ менән бергә яуҙа йөрөгән ир-егеттәргә ярҙам итер тырышабыҙ, тип яҙа социаль селтәрҙә:

- Маскировкалау селтәрҙәре үрәбеҙ, окоп шәмдәре эшләйбеҙ, дронға ҡаршы одеалдар тегәбеҙ, гуманитар ярҙам да әҙерләйбеҙ, аҡса ла йыябыҙ. Бынан тыш, миндек эшләп, сәйгә төрлө үләндәр ҙә йыйып, көрәктәр ҙә һаплап ебәрәбеҙ. Ауылыбыҙ халҡы берҙәм, эшсән. Әүҙем ир-егеттәребеҙ күп. Әле улар районда беренсе булып дронға ҡаршы ҡорма эшләй башланы. Береһе лә юҡ тимәй, ярҙам итергә ынтылып тора. Яуҙа йөрөгән егеттәрҙең хәлдәрен белешеп торабыҙ, һуғыштар тиҙерәк тамамланып, һәммәһе лә иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! 

-Яуҙа йөрөгән ир-егеттәргә 50-нән ашыу маскировкалау селтәрҙәре үрҙек, 378 окоп шәмдәре эшләп ебәрҙек. Балалар менән хаттар яҙабыҙ, даими гуманитар ярҙам йыябыҙ. Ауылыбыҙҙа берәү ҙә ситтә ҡалмай, һәммәһе лә ярҙамлаша. Әлеге көндә ауылыбыҙҙан алты яугир махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уларҙың имен-һау йөрөүҙәрен һәм еңеү менән ҡайтыуҙарын, донъялар тиҙерәк тынысланыуын теләйбеҙ,- тип йөпләй уны Гөлйөҙөм Байдәүләтова.

Рәхмәт һеҙгә, хәйбуллалар! Һәр изге эшегеҙгә, изге теләгегеҙгә ҡеүәт!

Фото: https://vk.com/club207714147?from=search

Берҙәмлектә - көс!
Берҙәмлектә - көс!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас