Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Февраль 2025, 06:10

Улар уңайлы торлаҡлы буласаҡ

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы белгестәре Федоровка һәм Стәрлебаш районында ике МХО инвалидының торлағын тикшергән.

Улар уңайлы торлаҡлы буласаҡУлар уңайлы торлаҡлы буласаҡ
Улар уңайлы торлаҡлы буласаҡ

Был турала филиалдың социаль селтәрҙәге төркөмөндә яҙалар. Яугирҙарҙың икеһе лә МХО биләмәһенән ауыр яраланып ҡайтҡан (һыңар аяҡһыҙ). Хәҙер уларға уңайлы йорт талап ителә.

Был йәһәттән филиал әүҙем эш алып бара. Социаль координаторҙар менән муниципалитеттың махсус комиссияһы торлаҡтарҙы даими тикшерә.

Стәрлебашта ла, Федоровкала ла ветерандарға тиҙҙән уңайлы торлаҡ булдырыласаҡ: ишектәр, аш-һыу бүлмәһе, ихата, тупһа - һәр береһенә иғтибар ителде.

Ярҙам буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалына мөрәжәғәт итергә: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йорт. Район-ҡалаларҙа соцкоординаторҙар ҙа эшләй.

Фото: Защитники Отечества | Башкортостан

Улар уңайлы торлаҡлы буласаҡ
Улар уңайлы торлаҡлы буласаҡ
Улар уңайлы торлаҡлы буласаҡ
Улар уңайлы торлаҡлы буласаҡ
Улар уңайлы торлаҡлы буласаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас