Барыһы ла Еңеү өсөн
27 Февраль 2025, 11:52

Яралы яуҙашын кәүҙәһе менән ҡаплаған

“Журналист” позывнойлы ҡәләмдәшебеҙ МХО зонаһында хеҙмәт итә. Ысын һөнәрмән булараҡ, яу хәлдәре менән таныштырып бара. Уның медицина взводы фельдшерының ҡаһарманлығы тураһындағы хәбәре лә иғтибарға лайыҡ.

Яралы яуҙашын кәүҙәһе менән ҡаплағанЯралы яуҙашын кәүҙәһе менән ҡаплаған
Яралы яуҙашын кәүҙәһе менән ҡаплаған

“Журналист” был турала “Башинформ” агентлығы менән бүлешкән.

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Таһир Күсимов исемендәге батальонындағы медвзвод фельдшеры Азамат Муллашев утлы бәрелеш ваҡытында яралы яуҙашын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплаған һәм ғүмерен ҡотҡарған. Ниндәй батыр һәм изге йөрәкле беҙҙең ир-егеттәр!

Азамат штурм ротаһының яралы яугирын ут аҫтынан ҡотҡарыу өсөн эҙләү төркөмө менән (өс кеше) сыҡҡан. Асыҡ ер - миномет ата, FPV-дрон һөжүм итә. Ә беҙҙекеләр яуҙашын эҙләй. Табалар барыбер! Яралыға тәүге ярҙамды күрһәтәләр. Ҡайтыу юлында дрон ныҡ эҙәрлекләй, туҡтауһыҙ ут яуҙыра. Шул саҡта Муллашев йәрәхәтле яугирҙы кәүҙәһе менән ҡаплай. Үҙенең аяҡ-ҡулы яралана. Был ҡаһарманлығы өсөн Азамат Муллашев дәүләт наградаһына тәҡдим ителде, ти “Журналист”.

 Фото: «Журналист»/МСП «Башкортостан»

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас