Барыһы ла Еңеү өсөн
21 Февраль 2025, 04:00

Ветеран бирешмәй

Башҡортостанда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеү дауам итә. Белеүегеҙсә, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы МХО ветерандары менән әүҙем эшләй.

Ветеран бирешмәйВетеран бирешмәй
Ветеран бирешмәй

Айырыуса инвалидлыҡ алыусыларға ярҙам бурысы бар. Ағымдағы йылдың ғинуарына филиалда торлаҡты ҡулайлаштырыуға бәйле 78 ғариза ҡабул ителгән. 72 бина тикшерелгән. Хеҙмәткәрҙәр 14 йортто ҡулайлаштырыуҙа ярҙам күрһәткән дә инде.

Комиссия МХО ветераны, яуҙа аяғын юғалтҡан Андрей Юзаевтың да фатирын ҡараған. Әйткәндәй, уға тейешле документтар йыйыуға Нефтекама ҡалаһы буйынса социаль координатор Яна Ипаева ярҙам иткән.

Хәҙер ветерандың фатирында тулыһынса аҡыллы система эшләйәсәк. Ишектәрҙе алмаштырыу, домофон ҡуйыу, туҡталҡа урыны, душ кабинаһы, аҡыллы трозетка, аҡыллы электр – барыһы ла буласаҡ.

Андрей Юзаев ҡул ҡаушырып ултырырға уйламай, ул яуҙағыларға ярҙам итеү маҡсатынан ирекмәнлек менән шөғөлләнәсәген белдергән.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы Өфөлә Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.

Фото: Защитники Отечества | Башкортостан

Ветеран бирешмәй
Ветеран бирешмәй
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас