Сара "Пилотһыҙ авиация системалары" мили проектының "Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар" федераль проекты буйынса ойошторола.
Күнекмәләр - белгестәргә, шулай уҡ һәүәҫкәрҙәргә квалификация күтәреүгә бик яҡшы мөмкинлек. Бында төбәк командаһына һайлау алыу ҙа үтә.
Күнекмәләрҙә ҡатнашыу өсөн "Бәйләнештә" селтәрендәге "Федерация гонок дронов Республики Башкортостан" рәсми төркөмөндә ғариза ҡалдырырға кәрәк.
Иң яҡшы пилоттар Башҡортостан беренселегендә 200/330 класта һынау тота һәм Дрон уҙыштары буйынса республика йыйылма командаһына инеү мөмкинлеген ала.
Белеүегеҙсә, БПЛА, дрондар менән эшләү белеү МХО-ла бик кәрәкте. Хәҙер был тармаҡты үҫтерәбеҙ.
Фото: Министерство промышленности и энергетики Республики Башкортостан.