Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
17 Февраль , 10:00

Герой исемен йөрөткән мәктәптә яугирҙар менән осрашыу

Күгәрсен районының Воскресенское мәктәбе Советтар Союзы Геройы Василий Бекетовтың исемен йөрөтә. Бында йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Ошо көндәрҙә унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары менән осрашыу үткән. Яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

Герой исемен йөрөткән мәктәптә яугирҙар менән осрашыу
Герой исемен йөрөткән мәктәптә яугирҙар менән осрашыу

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин хәбәр итә. Әйткәндәй, уның яҙыуынса, был ауылда МХО биләмәһендә хеҙмәт итеүселәргә гуманимтар ярҙам йыйып ебәреүгә лә ҙур өлөш индерәләр. Мәктәптә лә отпусска ҡайтыусы яугирҙар менән осрашыу даими ойошторола.

Был юлы мәктәпкә “Щука”, “Рубин” һәм “Федя” килеп киткән. Осрашыу бик йөкмәткеле булған, яугирҙар уҡыусыларға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдергән.

Воскресенское ауылында ирекмәнлек хәрәкәтен мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Эльвира Аллабирҙина ойошторған. Афарин, барыһына ла!

Яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Фото: Марат Искужин

 

Герой исемен йөрөткән мәктәптә яугирҙар менән осрашыу
Герой исемен йөрөткән мәктәптә яугирҙар менән осрашыу
Герой исемен йөрөткән мәктәптә яугирҙар менән осрашыу
Герой исемен йөрөткән мәктәптә яугирҙар менән осрашыу
Герой исемен йөрөткән мәктәптә яугирҙар менән осрашыу
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: