Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
16 Февраль , 11:31

МХО геройҙарына һәйкәл эскизы конкурсында ҡатнашығыҙ

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Мәскәү финанс-юридик университеты менән бергә махсус хәрби операция геройҙарына арналған һәйкәл эскиздарының Бөтә Рәсәй конкурсы башланыуы тураһында иғлан итте.

МХО геройҙарына һәйкәл эскизы конкурсында ҡатнашығыҙ
МХО геройҙарына һәйкәл эскизы конкурсында ҡатнашығыҙ

Ҡатнашыуға профессиональ рәссамдарҙы, скульпторҙарҙы, архитекторҙарҙы, МХО ветерандарын, шулай уҡ үҙенсәлекле идея тәҡдим итергә һәм геройҙарға һәйкәлгә үҙ ҡарашын белдерергә әҙер булғандарҙы саҡыралар.

Шәхси һәм коллектив эштәрҙе Федераль ҡаҙналыҡтың рәсми сайты ҡабул итә. Эштәрҙе 2025 йылдың 28 февраленә тиклем ебәрергә мөмкин. Конкурсты ойоштороусылар һәм монументаль һәм һынлы сәнғәттең профессиональ берләшмәләре вәкилдәре ингән комиссия тәҡдим ителгән проекттарҙы баһалаясаҡ. 2025 йылдың мартында йомғаҡ яһау планлаштырыла.

Фото: Защитники Отечества Госфонд.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: