Был юлы гуманитар йөктә блиндаждар төҙөү өсөн материалдар бар.
«Һуғыш линияһы бер урында тормай. Алға күскәндә яңы ҡоролмалар төҙөргә тура килә. Шуға блиндаж төҙөү өсөн кәрәк-яраҡ алып барҙыҡ», - тип яҙа Денис Ирназаров социаль селтәрҙәрҙә.
Шулай уҡ йөктә маскировка селтәре, рациялар, генератор, дронға ҡаршы япма-одеал, аҙыҡ-түлек бар.
Бөтә һалдатыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Еңеү беҙҙә буласаҡ!
Фото: telegram-канал главы администрации г. Агидель Д. Ирназарова.