Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
15 Февраль , 09:00

Яугирҙарға йорт төҙөү өсөн ер алыу ҡулайлаштырыла

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙы дәлилләгән документтарҙы күрһәтеү ҙә етә. Ошоға бәйле закон әҙреләнә.

Яугирҙарға йорт төҙөү өсөн ер алыу ҡулайлаштырыла
Яугирҙарға йорт төҙөү өсөн ер алыу ҡулайлаштырыла

Башҡортостанда шәхси йорт төҙөү өсөн ер участкалары хәрбиҙәргә, МХО-ла ҡатнашыусы контрактниктарға, Рәсәй геройҙарына, полицияның махсус званиеһын алыусыларға, МХО-ла күрһәткән батырлыҡтары өсөн РФ наградаһын алыусыларға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә бирелергә тейеш. Кәрәкле закон ни тиклем тиҙерәк сыҡһа, шул тиклем яҡшыраҡ.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 30 ғинуарҙа уҙған ултырышта республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына РФ Оборона министрлығынан (ведомство-ара мәғлүмәт бирешеү системаһы аша) тейешле материалдарҙы үҙаллы һорарға мөмкинлек биргән закон проектын ҡабул иткән.

Быйыл Рәсәйҙә – Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.

Бөтәһе лә – Еңеү өсөн!

Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.

Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.

Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.

Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: