Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
15 Февраль , 15:45

Радий Хәбиров "афганец" тураһында һөйләне

Ринат Мөхәмәтйәнов Афғанстанда булған, МХО башланғас, унан да ситтә ҡалмаған...

Радий Хәбиров "афганец" тураһында һөйләне
Радий Хәбиров "афганец" тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Һоҡланғыс кешеләр тормошо" - #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһын алып бара.

Уның яҙған кешеләре ысынлап та өлгөлө ғүмер иткән замандаштарыбыҙ.

Сираттағы рубрикала - Ринат Мансаф улы Мөхәмәтйәнов. Бөгөн - Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу көнө. Шул уңайҙан был яҙма.

"Кушнаренко районының Афғанстан һәм локаль һуғыштар ветерандары советы рәйесе урынбаҫары Саланг перевалында юл һаҡлау буйынса бөтә операцияла ҡатнашҡан. Батырлығы өсөн миҙалға лайыҡ булған. Хеҙмәтенән һуң тыуған Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылына ҡайтып, водитель булып эшләй. 1998 йылда Кушнаренко районына күсә. Бында Афғанстан ветерандары советы эшенә әүҙем ҡушыла, "Йәш спецназовсы" палаткалы лагерында үҫмерҙәр менән эшләй. 

Махсус хәрби операция башланғас, Ринат Мансаф улы ситтә ҡала алмай - тәүҙә хакимиәткә һәм военкоматҡа МХО зонаһына яугирҙар ебәреүҙә ярҙам итә, ә 2023 йылдың апрелендә үҙе лә китә. Яраланып ҡайта һәм хәҙер гуманитар ылау әҙерләүҙә, уны оҙатыуҙа әүҙем ҡатнаша", - тип яҙған БР Башлығы.

Фото: hvk.com/radiyhabirov?from=search

Радий Хәбиров "афганец" тураһында һөйләне
Радий Хәбиров "афганец" тураһында һөйләне
Радий Хәбиров "афганец" тураһында һөйләне
Радий Хәбиров "афганец" тураһында һөйләне
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: