Ҡашҡа ауылы мәктәбендә Фидан Таһиров һәм Булат Ғайнановҡа мемориал таҡтаташ асыуға арналған митинг үткән.
Был турала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов телеграм-каналында хәбәр итә.
"Батырҙарыбыҙ беҙҙең арала һәр саҡ йәшәйәсәк. Яҡташтарыбыҙҙың илһөйәрлеге, халҡына һөйөүе йәш быуынға ла күсер, тип ышанам. Миллионлаған кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың батырлығы рухында тәрбиәләнгән кеүек, әлеге йәш быуын да Фидан һәм Булат кеүек ҡыйыу егеттәр өлгөһөндә үҫер", - тип яҙған етәксе.
МХО-ла һәләк булғандарҙың исеме бер ҡасан да онотолмаҫ!
Яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Фото: телеграм-канал Д. Юсупова.