Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Февраль , 15:50

Батырҙар лайыҡлы баһалана

Бәләбәй районынан махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүсе яугир, рота командиры “Генерал армии Маргелов” миҙалы менән наградланған.

Батырҙар лайыҡлы баһалана
Батырҙар лайыҡлы баһалана

Был турала хакимиәт башлығы Азат Сәхәбиев хәбәр итә.

Алексей Никулин МХО-ға 2022 йылда саҡырылған. Лейтенант беренсе мотоуҡсылар батальонының беренсе ротаһы менән командалыҡ итә. Уның составында Бәләбәй, Йәрмәкәй райондары егеттәре.

“Егеттәр хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Алексей һауа-десант ғәскәрҙәренең стратегик бурыстарын үтәүгә тос өлөш индергәне өсөн «Генерал армии Маргелов» миҙалына лайыҡ булған”, – тип яҙа хакимиәт башлығы. Алексей Никулиндың Суворов миҙалы ла бар.

Афарин, батыр егет!

Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.

Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.

Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.

Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).

Фото: vk.com/azat_sahabiev

Батырҙар лайыҡлы баһалана
Батырҙар лайыҡлы баһалана
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: