Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
12 Февраль , 14:45

Теләгән урынды һайлай алалар

Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ауыр яраланған һәм инвалид булып ҡалған яугирҙар авиабилет алған саҡта үҙҙәренә уңайлы урынды һайлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Теләгән урынды һайлай алалар
Теләгән урынды һайлай алалар

РФ Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты етәксеһе урынбаҫары Дарья Лантратова ошондай тҡдим менән сығыш яһаны. Был темаға мөрәжәғәттәр бик күп икән.

Лантратова ханым белдереүенсә, фронтта ауыр яраланған һалдаттарға дауаланыу йә реабилитация урынынамы, табип-хәрби комиссияһынамы - йыш осорға тура килә, шунлыҡтан уларға самолеттың иң уңайлы урынында ултырыу хоҡуғын биреү дөрөҫ.

Сенаторҙар был мәсьәлә буйынса РФ Транспорт министрлығына мөрәжәғәт иткән. Ведомство тәҡдимде хуплаған. Артабан авиакомпанияларға инвалид яугирҙы оҙатып барыусы кешене уның янына ултыртыуҙы һәм уңайлы урын биреүҙе тәьмин итеүҙе бурыс итеп ҡуйырға вәғәҙәләгән. Тик был ҡағиҙәләр йыл аҙағына ғына ғәмәлгә инеүе ихтимал. Әле документтарҙы тиҙләтеү мәсьәләһе ҡарала.

Тәҡдимде Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко ла хуплаған. Тимәк, эш барып сығасаҡ.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: