Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
12 Февраль , 13:15

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Бөгөн Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған яугирҙарҙы кире фронтҡа оҙаттылар. 

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Ғәҙәттәгесә, яҡташ һалдаттар хеҙмәт урынына - махсус хәрби операция биләмәһенә - "Өфө-Арена" спорт комплексы алдындағы майҙандан китте. Бер төркөм яугир тыуған яҡтарында ялда булды. Хәҙер тағы - алғы һыҙыҡҡа.

Был юлы ла уларҙы яҡындарынан тыш, БР Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм башҡа рәсми кешеләр оҙатып ҡалған.

"Хәрбиҙәр йәш быуынға ла өлгө булып тора. Ысын ир-егеттәр намыҫ менән ҡуйылған бурыстарын үтәй, илебеҙ сиктәрен һаҡлай", - тип яҙған социаль селтәрҙә Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғотдинов.

МХО-ға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Мәҫәлән, ошо һылтанма буйынса инеп тә белешә алаһығыҙ: контрактрб.рф

Фото: Айдар Базгудинов

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: