Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
11 Февраль , 09:00

Икенсегә контракт төҙөгән

Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Грач» позывнойлы яугир Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән икенсе тапҡыр контракт төҙөгән.

Икенсегә контракт төҙөгән
Икенсегә контракт төҙөгән

35 йәшлек яҡташыбыҙ илдең оборона ведомствоһы менән тәүге килешеүгә 2023 йылдың июнендә ҡул ҡуйған. Был турала Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең телеграм-каналында яҙалар.

Ир фронтта махсус тәғәйенләнештәге бригаданың өсөнсө гвардия бүлексәһе составында разведчик булып хеҙмәт итә. Былтыр килешеүен оҙайтҡан. Әле «Грач» яраланыуы сәбәпле, өйөнә ҡайтҡан, реабилитация үтә. Унан һуң яугир кире МХО биләмәһенә китергә ниәтләй. 

«Хеҙмәтебеҙ хәүефле, әммә кәрәкле һәм бик мөһим, беҙ Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ», – ти «Грач».

Алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн Жуков, «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм МХО-ла ҡатнашыусы миҙалдары менән бүләкләнгән.

"Грач" һөйләүенсә, махсус хәрби операция биләмәһендә улар тынысыраҡ ваҡытта йә заданиеға бармағанда шәхси өйҙә йәшәй. Үҙҙәренсә уңайлы итеп яраҡлаштырып алғандар. Хатта интернет бар. Тик уның менән файҙаланыу форсаты һирәк тейә.

Иҫән йөрөһөн яугир!

Һәр бер яҡташыбыҙ был мәхшәрҙән имен әйләнеп ҡайтһын ине! Һәләк булғандар һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ.

Фото: Администрация Кармаскалинского района

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: