Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
10 Февраль , 14:31

Ихлас күңелдән ярҙам иттеләр

Махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугирҙың тол ҡатынының үтенесе буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды координаторы ҡар көрәүҙә ярҙам итеүҙе ойошторған.

Ихлас күңелдән ярҙам иттеләр
Ихлас күңелдән ярҙам иттеләр

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалында Ҡариҙел районы буйынса социаль координатор булып эшләүсе Зарина Вәлинурова, тол ҡатын мөрәжәғәт иткәс, уға ярҙам итеү яйын эҙләй. Социаль координатор, әлбиттә, ярҙамсылар таба. Ҡариҙел ауылының 2-се мәктәбе уҡыусылары һәләк булған яугирҙың йорт хужалығы биләмәһендә ҡар көрәй.

Был яҡтарҙа буран көслө булған. Яңғыҙ ҡатынға ҙур күләмдәге эште башҡарып сығыу ауырға төшөр ине. Уҡыусыларҙың ярҙамға килеүе ысын мәғәнәһендә ҡотолоу сараһы булған.

“Улар дәртләнеп, күтәренке кәйеф менән эшләне. Уларҙың һәр береһе үҙенең хеҙмәте ҡар көрәү генә түгел, ә Ватан өсөн ғүмерен биргән ауылдаштарының иҫтәлегенә хөрмәт тойғоһо булыуын да аңланы”, – ти социаль координатор.

Был хаҡта дәүләт фондының республика филиалынан белдерәләр.

Һәләк булғандарҙы беҙ онотмаясаҡбыҙ!

Яугирҙарыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.

Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.

Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.

Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).

Фото: Центр поддержки участников СВО «Башкортостан»

Ихлас күңелдән ярҙам иттеләр
Ихлас күңелдән ярҙам иттеләр
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: