"Вайымһыҙ булмаған халҡыбыҙ сираттағы гуманитар ярҙамды әҙерләп ебәрҙе. Ылауға маскировка селтәрҙәре, бәйләнгән ойоҡбаштар, бирсәткәләр, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек һәм күп файҙалы әйбер тейәлде", - тип яҙалар Тәүәкән ауылының "Бәйләнештә"ге төркөмөндә.
Әйткәндәй, беренсе Президентыбыҙҙың тыуған ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Уларға - уңыштар!
Ә яугирҙарыбыҙҙың һәр береһе имен булһын, уларҙы өйҙә көтәбеҙ!