"Башҡортостан" полкы яугирҙарына Яңы йылға бүләккә дрондар ебәрелгәйне. Улар белореттар йыйған аҡсаға эшләнгән.
Данис Яһаншин үҙенең сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, 50 дрон әҙерләнгән. Араларында: "камикадзе дрондары", "төнгө камералы һәм тепловизорлы моделдәр", "һөжүм итеүсе дрондар", "Ун дюймлы" моделдәр" бар. Был дрондарҙың бер өлөшө 10 ғинуарҙа "Башҡортостан" полкына оҙатылған. "Хәрби подразделение менән туранан-тура бәйләнештә булғас, даими рәүештә техникабыҙҙы камиллаштырабыҙ, - тип яҙа эшҡыуар. - Дошмандың РЭБ көсәйеүе арҡаһында, йышлыҡтарын үҙгәртергә тура килде. Өҫтәмә сығымдар 77 000 һум тәшкил итте. Һеҙҙең ярҙамығыҙ - беҙҙең көсөбөҙ! Был мөһим эштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт! Яңы йылда беҙ бөтә көсөбөҙ менән Еңеүҙе яҡынайтыу миссияһын дауам итәсәкбеҙ. Нисек ярҙам итергә?
- Аҡсалата: Һаҡлыҡ банкы картаһы 4279060015596729 (түләүҙең маҡсатында: "Поддерживаю своих" тип яҙырға)
- Мәғлүмәт таратыу: инициативабыҙ тураһында дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ!
Байрамдарҙа ял итһәк тә, алғы һыҙыҡтағыларҙы онотмайыҡ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ - улар өсөн иң яҡшы бүләк. Һәр берегеҙ менән ғорурланам! Бергә беҙ - көс!
Афарин, Данис! Афарин, белореттар!
Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.
Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.
Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).
Фото: https://vk.com/danis_yaganshin