Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
2 Февраль , 21:00

Яҡташтары янына барасаҡтар

Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев райондан ҙур гуманитар ылау әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте.

Яҡташтары янына барасаҡтар
Яҡташтары янына барасаҡтар

Район башлығы социаль селтәрҙә ғинуар аҙағында гуманитар ылау йыйыуҙы иғлан итеүҙәрен һәм ошо айҙа яҡташ яугирҙарға ярҙам алып барырға ниәтләүҙәрен белдерҙе.

Әйткәндәй, Реканс Ямалиев МХО зонаһында булғаны бар.

Һәр һалдатыбыҙ имен-һау еңеү менән ҡайтһын!

Уларға ярҙам итеүсе изге йөрәкле халҡыбыҙ тыныслыҡты күҙ ҙә ҡаш көтә.

Фото: Реканс Ямалеев

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: