"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының 120 хәрби хеҙмәткәрен хәрби бурыстар үтәү районына ебәреү тантанаһы "Өфө-Арена" майҙанында үтте, тип хәбәр итә "Молодежная газета":
- Тантанала Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов; Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары урынбаҫары, подполковник Ринат Латипов; Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнүр Ҡәйүмов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Семенов ҡатнашты.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырай.
- Хөрмәтле хәрби хеҙмәткәрҙәр, хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең туғандары һәм яҡындары! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускынан һуң һеҙ ҡабаттан махсус хәрби операция зонаһына китәһегеҙ. Бөгөн меңләгән Башҡортостан егете Рәсәй ғәскәрҙәренең данлы традицияларын дауам итеп, Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһөн, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Бөгөн һеҙ барығыҙ ҙа беҙҙең өсөн батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө булып тораһығыҙ. Алдығыҙға ҡуйылған бөтә бурыстарҙы үтәйәсәгегеҙгә ышанам, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
"Автобустарға!" командаһы яңғырай. Туғандар, яҡындар һәм дуҫтар яугирҙар менән хушлаша. Еңеү менән ҡайтығыҙ!
"Башҡортостан" полкын республикабыҙҙың ғорурлығы тип атайҙар. Полк иң һәләтле хәрби подразделениеларҙың береһе тип таныла, уның шәхси составы юғары мотивация һәм яуаплылыҡ менән айырылып тора. Полкта Рәсәй Геройының Алтын йондоҙо менән бүләкләнгән, юғары дәүләт наградаларына тәҡдим ителгән байтаҡ яугирҙар бар.
"Колибри" позывнойлы ҡатын Ағиҙелдән. Ул үҙенең мөхәббәтен махсус хәрби операция үткәреү зонаһында осрата һәм былтыр "Башҡортостан" полкы яугирына кейәүгә сыға. Ирле-ҡатынлы 2023 йылдан фронттың иң хәүефле участкаларында хеҙмәт итә һәм яуаплы бурыстар үтәй. Әгәр ир яралыларҙы һуғыш яланынан санитар инструктор вазифаһында эвакуациялаһа, "Колибри" ялан госпиталендә ғүмерҙәрҙе ҡотҡара - һалдаттарҙы һәм офицерҙарҙы дауалай. Был көндәрҙә хәрбиҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла тыуған илендә була.
"Колибри" Башҡортостандан генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Республика Башлығы Радий Хәбиров уға ғүмеренә хәүеф янаған шарттарҙа хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн награда тапшыра.
Башҡортостан медицина ротаһы тураһында "Колибри" 2023 йылда ишетеп, контракт төҙөргә ҡарар итә. Ул ковид-госпиталдә эшләгәндә үк ҡатмарлы шарттарға күнеккән, әммә Донбастағы тәүге көндәр уны шаңҡытҡан. Алғы һыҙыҡта ҡурҡыу юҡ, бөтәһе лә төп бурысты - командованиеның бойороҡтарын үтәүгә көйләнгән, ти.
"Могоча"ны ҡатыны Зоя оҙата.
Әсә улын оҙата...
Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр!
Фото: Динар Калимуллин (https://dropmefiles.com/ddApU).