Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Ғинуар 2025, 13:00

Позывнойы “03”!

Учалы районы Рәсүл ауылынан Фәнил Мөхәмәтшин алғы һыҙыҡта медицина ротаһында хеҙмәт итә.

Позывнойы “03”!Позывнойы “03”!
Позывнойы “03”!

- Минең турала гәзиткә яҙырға итәһегеҙме?! – тип аптырап китте Фәнил Дауыт улы. Ыңғай яуапты ишеткәс, ҡулын һелтәп, ҡаршылашты:

- Юҡ-юҡ, кәрәкмәй! Нишләп мине яҙаһығыҙ! Ана, башҡа ир-егеттәрҙе яҙығыҙ! Һеҙ беләһегеҙме, унда ниндәй ҡыйыу, шәп егеттәр?! О-о, һәр береһе тураһында айырым яҙырлыҡ. Хайран ҡалырлыҡ беҙҙең яугирҙар! Иҫең китерлек!  

Үҙен түгел, ә иптәштәрен хәстәрләп, улар хаҡында яҙҙыртырға маташҡан Фәнил Мөхәмәтшинды саҡҡа өгөтләп күндереп, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында ҡалай ҙа әңгәмәләшә алдыҡ.

Ябай ауыл балаһы ул. Мәктәптән һуң иретеп йәбештереүсегә уҡып сығып, эш эҙләгәндә Учалы ҡала дауаханаһына килә һәм санитар булып эшкә урынлаша. Был ваҡытлыса ғына, яҡшыраҡ эш тапҡанға тиклем генә, тип уйлай аҡ халатты иңенә һалғанда. Әммә һөнәрен һәм коллективты яратып, ауырыуҙарҙы йәлләп, махсус хәрби операцияға киткәнгә тиклем хирургия корпусының ҡабул итеү бүлмәһендә эшләй ҙә ҡуя.

- Табиптар Рифат Нурмөхәмәтов, Рәмил Саҙрыев, шәфҡәт туташтары Жөүәйрә Ғиззәтуллина, Альбина Хәмиҙуллина, Рәмилә Хажина, сестра-хозяйка Рәүзилә Иҙрисова һәм башҡалар менән бергә эшләү бәхете тейҙе, - ти Фәнил Дауыт улы. - Улар шундай һәйбәт кешеләр! Ялға ҡайтыу менән хәлдәрен белешергә барғайным, мине күргәс тә, ҡосаҡлап алдылар, ҡыуаныстан илап ебәрҙеләр. Минең дә күҙгә йәштәр төйөлдө... 1,8 йыл МХО-ла бит мин, һағындыра. Ошо уңған, кешелекле, изге йөрәкле кешеләрҙән торған коллективҡа сикһеҙ рәхмәтлемен! Рифат Рәсүл улына айырым рәхмәт. Ул өйрәткән күп нәмәләр миңә алғы һыҙыҡта кәрәк булды. Мәҫәлән, “учебка”ға тиклем үк мин нисек яраны эшкәртергә, бәйләргә, жгут һалырға, шина ҡуйырға белә инем. “Учебка”нан һуң алғы һыҙыҡҡа ебәрҙеләр, медицина взводының эвакуация бригадаһында хеҙмәт итәм. Беҙ танылған йырсы һәм музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов менән бер блокта йәшәйбеҙ! Шуны күҙ алдына килтерәһегеҙме?! Мин отпускынан һуң барһам, ул ялға ҡайтасаҡ. Талантлы, дәртле, бына тигән егет! Эс бошҡанда күңелде күтәреп, бергә ултырып йырлап алабыҙ. Дөрөҫөрәге, ул йырлай, мин уны видеоға төшөрәм. Хәҙер МХО-нан уның берәй видеоһын күрһәгеҙ, белегеҙ – уны мин төшөргәнмен!

Балаларса эскерһеҙлек менән хеҙмәттәштәре, яуҙаштары хаҡында бәйән иткән Фәнилдең позывнойы “03”. Баш ватырға ла кәрәкмәй, шунда уҡ иҫтә ҡала, телдән дә йәһәт кенә осоп сыға, һөрәнләп саҡырырға уңайлы, тип көлә яугир-санитар:

- Тыныс тормошта уҡ мине бер иптәшем шулай атай торғайны. “Учебка”ла, позывной кәрәк, тигәстәре, шуны әйттем. Төрлө милләт вәкилдәре менән иңде-иңгә терәп хеҙмәт итәбеҙ, егеттәрҙең барыһы ла маладис. Яҡташтарҙы осратҡанда нисек ҡыуанғанды күрһәгеҙ! Мин тәүҙә Луганскиҙа эшләнем. Табиптар етмәгәнгә, Рифат күрһәткән-өйрәткәндәрҙе иҫләп, яралыларҙың тәненән ярсыҡтарҙы ла соҡоп сығарырға тура килде. Ауыртыуға түҙә алмай ҡысҡырғандарында, ағай (ҡусты), түҙәйек инде, тип йыуата-йыуата хәбәргә әүрәттем...  

Йомшаҡ, хисле күңелле Фәнил Дауыт улы яраланған, һәләк булған ир-егеттәрҙе хәтерләп, ахыры, ҡапыл тәмәкеһенә тотона. Бер-икене көслө итеп һурғас, тулаған йөрәген урынына ултыртырға самалап, талапсан киҫәтә:

- Батыр яугирҙарыбыҙҙың һәр кемен яҙығыҙ, береһен дә онотмағыҙ!

Именлек-һаулыҡ теләп һаубуллаштыҡ батыр егеттәребеҙҙең береһе Фәнил Мөхәмәтшин менән. Яугирҙарыбыҙҙың барыһына ла иң изге теләктәр!

Фото: автор.

Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.
Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.
Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас