Бөтә яңылыҡтар
21 Апрель 2022, 18:12

Юл фажиғәләре - 20 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм ун кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 33 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 20 апрель
Юл фажиғәләре - 20 апрель

Төндә Тәтешле районында, Яңауыл-Тәтешле автоюлының 49-сы саҡрымында, 37 йәшлек ир "Лада Нива" машинаһында юлдан осоп төшөп түңкәрелгән. Водитель үлемесле яраларҙан йән биргән. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: