Хаттың эстәлеге ошондай:
"Минең исемем Айзилә, 12 йәштәмен. Тиҫтерҙәремдән, бәлки, айырылып торһам да, бер ҙә уларҙан кәм түгелмен. Мин бары тик – икенсе.
Бәләкәйҙән Радик Юлъяҡшиндың йырҙарын тыңлап үҫтем. Апайым йәйге каникулға килгәндә өйҙә хатта дискотекалар үткәрә торғайныҡ, бик күңелле ине.
Беләһегеҙме, ҡайһы саҡта миңә бик моңһоу булып китә. Башҡа ҡыҙҙар кеүек осоп төшөп бейей алмағаныма күңелем болоҡһой… Шул ваҡытта Радик Юлъяҡшиндың "Уфтанма" йырын ҡуям. Бөтә йөрәгем менән тыңлайым мин уны! Яйлап моңһоулыҡ юғала, йөрәгем һөйөү менән тула – атай-әсәйемә, дуҫтарыма, моңға. Улар миңә артабан йәшәргә көс бирә. Бәләкәй генә хыялым бар: концертында Радик менән танышып, риза булһа инде, уның менән бергәләп яратҡан йырымды башҡарғым килә. Һәм кумирыма рәхмәттәремде әйтер инем. Ысын күңелдән хыялымдың тормошҡа ашырына ышанам!"
Афарин, Радик!