Бөтә яңылыҡтар
14 Апрель 2022, 15:17

Сабыйҙары менән мунсала йәшәгән

Кушнаренко районынан күп балалы әсә кеше тупһаһында йөрөргә мәжбүр.

Сабыйҙары менән мунсала йәшәгән
Сабыйҙары менән мунсала йәшәгән

Фәйрүзә Хәбибуллина Кушнаренко районынан. Властар уға ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам бүлегендә бүлмә тәҡдим иткән, әммә ул баш тартҡан. Ҡыҙҙарым Өфөлә түгел, ә янымда мәктәптә уҡырға теләй, тигән ул. Ҡатын пандемия осоронда эшһеҙ ҡалған, ә ғаилә башлығы билдәһеҙ тарафҡа сығып юғалған. Әсә Ғаиләләргә ярҙам итеү үҙәге ярҙамында 15 сутый ер һәм бура һатып алған.

«Әлеге ваҡытта күршеләре әсәне һәм уның ҡыҙҙарын ваҡытлыса аш бүлмәһенә йәшәргә индергән», – тип белдерә ғаилә сәйәсәте идаралығы етәксеһе Ольга Шахова.

Шахова әйтеүенсә, 2022 йылдың сентябренә тиклем Хәйбуллиндар ғаиләһенә айына 12-шәр мең һум аҡса түләнә башлай. Ҡатынға эш тапҡандар – бөгөндән ул кафела ашнаҡсы ярҙамсыһы.

«Май айында бураға тәҙрәләр ҡуйырға йыйынабыҙ, һуңынан белгестәребеҙ йортто теркәргә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ ғаиләне торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәпкә ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителә, әсәгә кәрәкле документтар йыйыуҙа ярҙам күрһәтелә», – тип өҫтәне Ольга Шахова.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: