Бөтә яңылыҡтар
14 Апрель 2022, 05:51

Радий Хәбиров: Башҡортостан бөтә илде агротехника менән тәьмин итәсәк

Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы етештерелә башлай.

Радий Хәбиров: Башҡортостан бөтә илде агротехника менән тәьмин итәсәк
Радий Хәбиров: Башҡортостан бөтә илде агротехника менән тәьмин итәсәк

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙған.

– «АртАгро» – «Уфимский» индустриаль паркының тәүге резиденты. Ул яңы ҡорамалдар һатып алды.

«АртАгро» элек тик сит илдән алынған бойҙай таҙартыу станоктары етештерергә планлаштыра. Шулай уҡ бында  орлоҡ таҙартыу өсөн гравитация өҫтәлдәре етештереләсәк. Әле үк ҡайһы бер ҡорамалдар Волгоград һәм Новосибирск ҡалаларына оҙатыла башлаған. Шулай уҡ уларҙы Ҡаҙағстанға экспортлау ҡарала.

«Уфимский» индустриаль паркы резиденттарына һалым преференциялары, льготалы ҡуртым ставкалары бирелә. Республикала инвесторҙар өсөн булдырған шарттар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Махсус иҡтисади биләмәләрҙә был эште дауам итәсәкбеҙ, – тип яҙған Радий Фәрит улы.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: