+20 °С
Болотло
Бөгөн кискә Күмертау янындағы Маячный ауылында ике бала күңелһеҙ хәлгә тарыған. 10 һәм 13 йәшлек ике үҫмер гараж өҫтөнән ҡар өйөмөнә һикереп уйнаған. Әммә уйламағанда уйындан уймаҡ сыҡҡан.
Балалар көрткә сумған һәм сыға алмаған. Һөҙөмтәлә урынға БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусыларын саҡырырға тура килгән.
Ярай әле шилма малайҙарға бер ни булмаған, ҡотҡарыусылар улар менән әңгәмә ҡороп, йорттарына оҙатып ҡуйған.