БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы өҫтәлмә ял көндәре хаҡында иҫкәртте. 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, ә 9 майҙа Еңеү көнө билдәләнә. Хеҙмәт кодексына ярашлы, был көндәр ял көнө тип иҫәпләнә. Шулай уҡ быйыл 2 май Ураҙа байрамын билдәләйбеҙ.
Бынан тыш, 1 ғинуарҙың ял көнө 3 майға, 2 ғинуарҙың ял көнө 10 майға күсерелгәйне. Ә 1 май йәкшәмбегә тура килә, тимәк, унан һуңғы көн, 2 май, ял тип иғлан ителә. Ураҙа байрамдың ялы 4 майға күсерелә.
Шулай итеп, быйыл Башҡортостан халҡы 30 апрелдә, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 майҙа ял итәсәк. 29 апрелдәге һәм 6 майҙағы эш ваҡыты ҡыҫҡартылмай.